Бөгөн Өфөлә бер нисә тиҫтә яңы аллея барлыҡҡа килде

Өфө йүкәләре. Йәшел Башҡортостан акцияһы сиктәрендә бөгөн Өфөлә бер нисә тиҫтә яңы аллея барлыҡҡа килде. Ағас үҫентеләре Украиналағы махсус хәрби операцияла башын һалған яугир яҡташтарыбыҙҙың исемдәре менән аталды. Йәшел өмәнән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Йылға параходсылығы училищеһы курсанттары экологик акцияла йыл да ҡатнаша. Уларға быйыл район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре, урындағы депутаттар ҙа ҡушылды. Был урынды халыҡ интернет тауыш биреү ярҙамында һайланған. Әхмәтов урамында юл буйын хәҙер йүкә аллеяһы биҙәй.

Ағастарҙың тамыры нығынһын өсөн уларға етәрлек дым кәрәк. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҫентеләргә көн дә һыу һибәсәк. Эш бөткәс, ял итергә лә ярай. Сарала ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы һәм йылы сәй көтә ине.

Йәшел Башҡортостан акцияһы сиктәрендә ултыртылған ағастарҙың өсәүһе махсус операцияла башын һалған егеттәргә бағышланған. Йүкәләргә беркетелгән куар код һәм камера ярҙамында был ағас Дмитрий Безбородов иҫтәлегенә ултыртылғанын асҡларға була.

Экология акция сиктәрендә Иван Яҡутов урамында йәшел аллея барлыҡҡа килде.»РН-Башнипинефть» ойошмаһы ветерандары, хеҙмәт алдынғылары муйыл ағастарын ултыртты. Улар араһында ойошмала 48 йыл эшләүсе Камил Ураҙаҡов та бар.

Ағастар урындағы климат шарттарына яраҡташтырылған. Киләһе яҙ 4 метр бейелектәге муйыл алһыу төҫтәге сәскәгә күмеләсәк.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә бер нисә тиҫтә яңы аллея барлыҡҡа килде

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ