Республикала рәттән дүртенсе ай инфляция кәмеүе теркәлә

Башҡортостан Милли банкынан шул турала хәбәр итәләр. Августа инфляция 14,6 процент булған. Был күрһәткес июлдәгенә ҡарағанда 1 процентҡа түбәнәйгән. Йәшелсә һәм емештән бай уңыш, шулай уҡ сит илдән күберәк импортлауға бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡ төшкән. Ихтыяж кәмеү сәбәпле көнкүреш һәм электрон техника әллә ни ҡиммәтләнмәй. Рәсәй банкы фараздары буйынса быйыл инфляция 11-13 процент булмаҡсы, киләһе йылдарҙа ул 5-4 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк.

Фото №1 - Республикала рәттән дүртенсе ай инфляция кәмеүе теркәлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ