Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Һанлы ярҙамсы мобилизацияға яраҡлы граждандар категорияһы, повестканы тапшырыу тәртибе, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған ташламалар тураһында аңлатма бирә. Оператив кәңәшмәлә өлөшләтә мобилизация менән бәйле башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды. Улар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандан мобилизацияланған тәүге төркөмдәр хәрби күнекмәләр урынына юлланды. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, уларҙың 30 проценты махсус операцияға үҙ ирке менән барырға булған, йәғни был граждандар повестканы көтөп тормайынса ил һағына баҫырға ҡарар иткән. Шул уҡ ваҡытта өлөшләтә мобилизация менән бәйле етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Республика башлығы муниципаль берәмек башлыҡтарына һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич әйтеүенсә, күп һорауҙар сәләмәтлек торошо йәки ғаилә хәле менән бәйле. Был үҙгәрештәрҙе хәрби комиссариатта ваҡытында теркәмәү менән бәйле. Һөҙөмтәлә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға.
Йәмәғәтселек араһында махсус рәүештә ҡотҡо таратыусылар ҙа күп, улар ялған хәбәрҙәр менән кешенең башын бутай, йәмғиәтте тарҡата. Ә әлеге ҡатмарлы шарттарҙа берҙәмлек төп көс булып тора. Радий Хәбиров фейк мәғлүмәттәр менән көрәшергә, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты. Әле ошо маҡсатта төбәктә чат-бот эшләй башлай. Һанлы ярҙамсы Республика менән идара итеү үҙәге һәм хәрби комиссариат тарафынан «Телеграмм» мессенджеры базаһында булдырылған.
Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә егеттәрҙе лайыҡлы итеп оҙатырға, ә сиктәге ҡала-райондарға матур итеп ҡаршы алырға, ҡайнар аш ойошторорға ҡушты. Уңайлы транспорт менән тәьмин итеү ҙә мотлаҡ, тине Республика етәксеһе.
Тағы ла бер мөһим бурыс – яугирҙарҙың яҡындары тураһында хәстәрлек. Был эште ойоштороу «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенә йөкмәтелде. Мобилизацияланған граждандарҙың яҡындары хәстәрлек менән уратып алырға тейеш, тине Республика башлығы.
Республика етәксеһе юлға сыҡҡан егеттәрҙе аҙыҡ-түлек һәм медицина кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итергә лә ҡушылды. Мобилизацияланған егеттәр араһында Башҡортостан башлығының ышаныслы кешеләре лә билдәләнә. Ул хеҙмәттәштәренең көнүҙәк һорауҙарын хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк, төбәк етәкселәренә еткереп торасаҡ.
Рәмзиә Кәримова





