Ябай булмаған ваҡыт ысын ир-егеттәрҙе тыуҙыра

Бөгөн Стәрлетамаҡ халҡы өлөшләтә мобилизацияға эләгеүсе яҡташтарын махсус хәрби операцияға оҙатты. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үткән митингта Радий Хәбиров ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе ил һағына баҫыусыларҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Ә был ваҡытта республика уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлек күрәсәк. Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан халыҡ менән тулы. Кемдер улын йәки тормошон иптәшен, ҡайһы берәүҙәр коллегаһы менән хушлашырға килгән. Рүзилә Хәмитова ла ике ҡыҙының атаһын махсус хәрби операцияға оҙата. «Ирем өсөн был ҡарар еңел генә бирелмәне, әммә илебеҙ именлеге хаҡына бармайынса булдыра алманы», – ти ҡатын.

Күңелебеҙҙә ике генә һүҙ – хөрмәт һәм рәхмәт, тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. Ябай булмаған ваҡыт ысын ир-егеттәрҙе тыуҙыра. Бөгөн меңдәрсә яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар яңы көстәргә мохтаж. Шуға ла һеҙ бер-берегеҙҙә ярҙам итеп, хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәүегеҙгә ышанам, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Ватан һағына баҫыусылар сафында хәрби бәрелештәр ветерандары ла бар. Әммә алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү мөһим. Шуға ла Донбас һәм Украинаға юлланыр алдынан улар Рәсәй төбәктәренең береһендә хәрби әҙерлек үтәсәк.

Буласаҡ хәрбиҙәргә яҡындары менән һаубуллашыу өсөн 10 минут ваҡыт бирелде. Ошо мәлдә ямғыр яуа башланы. Әйтерһең дә, айырылышыуҙы тәбиғәт тә ауыр кисерә. Әммә күшегеүҙеренә ҡарамаҫтан, ир-егеттәр алдарында ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп ҡайтырға йыйына.

Стәрлетамаҡтар мобилизацияланған яҡташтарын «Славянканың хушлашыуы» маршы аҫтында оҙатты. 1912 йылда ижад ителгән көй бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмаған. Һәр ваҡыттағыса ул рухи көс һәм дәртләндергес илһам бирә. Был махсус хәрби операцияға юлланыусылар өсөн айырыуса мөһим, ти митингта ҡатнашыусылар.

Фото №1 - Ябай булмаған ваҡыт ысын ир-егеттәрҙе тыуҙыра

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ