Украинала махсус хәрби операция биләмәһенән Росгвардияның Башҡортостан тупланма отряды республикаға ҡайтты.
Балаклея ҡалаһында Өфө һәм Һамар ҡалаһы СОБР-ның батырлығы тотош илде шаулатты. 60 яугирға һан яғынан үҙҙәренән бер нисә тапҡырға күберәк дошман менән алышырға тура килде. Уларҙың барыһы ла иҫән-һау.
Ир-егеттәрҙе ғаиләләре, яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре һәм ведомство ветерандары менән бергә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Росгвардияның төбәк идаралығы етәксеһе полиция генерал-майоры Алексендр Буйко ҡаршы алды.
Гүзәл Борханова







