Башҡортостан һалдаттарына ял итеү өсөн республика сигендә махсус пункт булдырылды

Рәсәй Ҡораллы Көстәренә өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға Башҡортостан сигендә махсус пункт булдырылды.

Илеш районында уларға билдәле ваҡытта ял итеп, тамаҡ ялғап, яҡындары менән һау буллашып алырға мөмкинлек бирелә. Саралар республика башлығы ҡушыуы буйынса эшләнгән.

Тәүҙә Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Борай һәм Мишкә райондарынан килгән автобустар ҡаршы алынды. Ватанды һаҡларға тип юлға сыҡҡан бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын өсөн пункт тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Илеш районы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, ҡаршы алып-оҙатыуҙарҙа тотош Илеш районы халҡы ҡатнаша. Юлдарғыларға аҙыҡ тупланмаһы әҙерләүселәр ҙә бар. Бының өсөн айырым өҫтәл булдырылған. Йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡарай төндә илештәр Белорет районынан ир-егеттәрҙе лә ҡаршы алды. Йылы аш ашағандан һуң улар хәрби әҙерлек үтәсәк нөктәгә юлланды.

Фото №1 - Башҡортостан һалдаттарына ял итеү өсөн республика сигендә махсус пункт булдырылды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ