Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн машиналар эшләү тармағы хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә 4 тиҫтәнән ашыу кеше, ябай эшселәр ҙә, мастерҙар ҙа, етәкселәр ҙә бар.
Андрей Назаров билдәләүенсә, машиналар эшләү тармағы – Башҡортостандың ғорурлығы, республика иҡтисадының төп нигеҙе. Төбәктә был йүнәлеш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарнда ныҡлап үҙләштерелә башлай, Башҡортостанға 200-гә яҡын завод эвакуациялана.
Әле республикала вертолеттар, автобустар, бетон ташыу машиналары йыйыла. Ә бына авиация двигателдәре донъяның 5 төбәгендә генә эшләнә. Шуларҙың береһе – Башҡортостан. Машиналар эшләү тармағы Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән, әле лә уларҙың иңендә оло яуапллыҡ ята, тине Премьер-министр.
Бүләкләнеүселәр араһында машиналар эшләү тармағының төрлө йүнәлештәрен үҙләштереүселәр бар. Берәүҙәр уйлап табыу, икенселәре йыйыу, өсөнсөләре ремонтлау өҫтөндә эшләй. Әммә уларҙың бөтәһе дә берләштергән сифат бар, был залда үҙ эшенең оҫталары, һайлаған һөнәренә ғашиҡ кешеләр йыйылған.
Мәҫәлән, «Халыҡтар дуҫлығы ордены» менән бүләкләнгән Әхәт Мостаев оҙаҡ йылдар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләй. Уларҙың ғаиләһен хеҙмәт династияһы тип атарға мөмкин. Тормош иптәшенең дә, балаларының да яҙмышы тарихи предприятие менән бәйле.
Ошо уҡ берекмәнән Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән Венер Хәбибуллин да токарҙән цех етәксеһенә тиклем фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттар бурыстарҙы арттыра , яңы йүнәлештәр үҙләштерәбеҙ, ти улар.
Рәмзиә Кәримова





