Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ат Керчҡа арнап яңы спектакль әҙерләй. Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро дуҫ һәм терәк була. Дүрт йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлы үтә, тыуған яҡтарына – Миәкә районы Илсеғол ауылына иҫән әйләнеп ҡайта. Театрҙың ҡуйыусы режиссеры Айҙар Зарипов һөйләй.
Пьесаның авторы – Мөнир Ҡунафин. Спектаклдең премьераһы 14 октябргә тәғәйенләнгән.







