Ишле ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды, тип яҙа Белорет район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Бина “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлгән. Ул медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, дауаланыу өсөн заманса шарттар булдырылған. Пунктта диспансер тикшерелеүе үтергә һәм вакцина яһатырға мөмкин. Йыл аҙағына тиклем районда тағы ике модулле ФАП асыу ҡарала. Улар Әзекәй һәм Отнурок ауылдарында урынлаша.







