Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы яңы инвестиция проекты әҙерләй. Уға ярашлы элекке “Красноусол быяла заводы” биләмәһендә цех асыу ҡарала. Проект 108 миллион һумға баһалана. Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн илдә мал аҙығын махсус етештереүгә ихтыяж ҙур. Беҙҙең республикала бының өсөн сеймал етерлек.







