Республикала үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланыусылар арта

Башҡортостандан тәүге командалар Ҡораллы көстәргә оҙатылды. Уларҙың 30 проценты үҙ ирке  менән. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика хәрби комиссары Михаил Блажевич шулай тип белдерҙе.

Республикала үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланыусылар арта

“Өлөшләтә мобилизация барышында хәрби комиссариатҡа халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән. Уларҙың барыһын да ентекләп өйрәнәбеҙ”, - тине Михаил Блажевич.

Республикала үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланыусылар арта

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға иғтибар итергә ҡушты. Резервтағыларҙың эш урыны һаҡланырға тейеш, тине Радий Хәбиров. “Хеҙмәт килешеүе өҙөлмәй, ул туҡтатылып тора”, - тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Башҡортостан Башлығы ир-егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы тантаналы шарттарҙа уҙғарырға, уларҙы юлға ризыҡ һәм дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушты

Фото №1 - Республикала үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланыусылар арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ