Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһынан резервта булғандар илдә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырыу алды. Башҡортостан Башлығы Ватан һаҡсылары һәм уларҙың туғандары, яҡындары алдында сығыш яһап, егеттәргә рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Башҡортостандан тәүге командалар Ҡораллы көстәргә ошо көндәрҙә оҙатылды. Уларҙың 30 проценты доброволецтар, тип хәбәр итәләр республика хәрби комиссариатынан.







