“Исемлектәрҙе ентекләп өйрәнегеҙ. Бәхәсле мәлдәргә иғтибар итегеҙ”. Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Ул хакимиәт башлыҡтарына өлөшләтә мобилизация барышында халыҡтан алынған мөрәжәғәттәрҙе яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты.
Бөгөн Радий Хәбиров үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән “БАРС-4” отряды һалдаты Ринат Халиҡовты бүләкләне. Ватан һаҡсыһына Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы тапшырылды. “Беҙҙең күп ир-егеттәр “БАРС” отрядында хеҙмәт итә. Улар йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара. Отряд етәкселеге миңә хат ебәрҙе, ул беҙҙең хәрбиҙәргә рәхмәт белдерә. Барыһына ла уңыштар теләйем. Бурыстарын лайыҡлы үтәп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар”, - тине республика етәксеһе.







