Ошондай һүҙҙәр менән Өфө халҡы өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусы яҡындарын махсус хәрби операцияға оҙатты. Бөгөн баш ҡала резервистары Һарытау өлкәһендәге уҡыу частарының береһенә юлланды. Октябрь районында үткән митингта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ил һағына баҫыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Тимур Юлмөхәмәтов Өфөлә тыуһа ла, тамырҙары менән Ҡырмыҫҡалы районынан. Шуға ла уның күңелендә Миңлеғәле Шайморатовтың батыр рухы йәшәй. Легендар яҡташы кеүек Тимур ҙа илгә хәүеф янағанда ситтә ҡала алмаған. Саҡырыу ҡағыҙы килеү менән ул ауыр рюкзагын аҫып, алыҫ юлға сыҡҡан.
Шайморатов вариҫтары бер Тимур менән генә сикләнмәй. Бер рәткә баҫыусылар сафында хәрби бәрелештәр ветерандары ла, запастағы һалдаттар ҙа, хатта үҙ ирке менән килеүселәр ҙә бар.
Илдең имен киләсәге ысын ир-егеттәр ҡулында. Бөгөн меңдәрсә яҡташыбыҙ бер нисә ай дауамында нацизмға ҡаршы көрәшә. Әммә улар яңы көстәргә мохтаж. Шуға ла ил һағына баҫыусылар ғорурлыҡ һәм хөрмәт уята, тине Башҡортостан башлығы.
Митингта хәрби хәрәкәт ветерандары һәм дин әһелдәре сығыш яһаны. Улар Ватан һаҡсыларына үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яҡындарын оҙатыусыларҙан да шундай уҡ теләктәр яңғыраны.
Ил һаҡсылары сафында беҙҙең компания хеҙмәткәрҙәре лә бар. Тимур Дәүләтов телевизор ҡараусыларға «Дөрөҫөн әйткәндә» программаһы аша таныш булһа, Эльмир Йыһануров – компьютер графикаһы рәссамы.
Өфөнөң төрлө райондарынан мобилизацияланған ир-егеттәр автобустарҙа Һарытау өлкәһенә юлланды. Улар бер нисә аҙна дауамында урындағы частәрҙең береһендә хәрби күнегеүҙәр үтәсәк.
Илдар Байбулатов







