Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында мөлкәтте баһалау һөҙөмтәләре раҫланған

Күсемһеҙ милек хаҡында мәғлүмәтте кадастр палатаһында алырға мөмкин.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуғы булған граждандар һәм юридик шәхестәр 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата кадастр баһаһы хаталарын төҙәтеү буйынса күсемһеҙ милек буйынса дәүләт кадастрына, Берҙәм дәүләт реестрына үҙгәрештәр индергәндән һуң ғына мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, объекттарына баҙар баһаһын ҡуйыуға отчет хаҡында ҡыҙыҡһынған физик һәм юридик шәхестәр ғаризаларҙы «Дәүләт кадастр баһаһы» бүлегенә www.btirb.ru һәм күп функциялы дәүләт хеҙмәте аша ебәрә ала.

2023 йыл башынан күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡын уларҙың баҙар хаҡы күләмендә баһаларға мөмкин. Бының өсөн граждандар беҙҙең учреждениеға ғариза тапшырырға тейеш. Ул 30 көн эсендә ҡарала. Бынан тыш, 2023 йылға капиталь төҙөлөш объекттарын кадастр баһалауға әҙерлек эше башҡарыла. Хужалары объекттарҙың характеристикаһы тураһында декларация менән беҙгә мөрәжәғәт итә ала.

Светлана Санникова, Башҡортостандың дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризацияһы учреждениеһы етәксеһе
Фото №1 - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында мөлкәтте баһалау һөҙөмтәләре раҫланған

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ