Өфө дәүләт авиация техник университеты Донецк ҡалаһынан килгән 12 студентты ҡабул итте

Донецк милли техник университеты студенттары юғары уҡыу йортонда үҙ программаларына ярашлы белем аласаҡ.

Уҡытыу процессы Донецк юғары уҡыу йорттарына мәғариф хеҙмәттәшлек күрһәтеү проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Егеттәр-ҡыҙҙар беренсе курс студенттары. Улар уңайлы шарттары булған дөйөм ятаҡҡа урынлаштырылған. Студенттарға уҡыу процессын яйға һалырға бергә килгән кураторҙары ярҙам итә. Улар менән шулай уҡ психолог эшләй. Уҡыуҙан тыш, студенттарҙы ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсия, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәйәхәт көтә.

Ҡала миңә ныҡ оҡшай, йәшел, таҙа. Уҡытыусылар ҙа көслө, предмет буйынса күп нимәләрҙе бында килгәс кенә аңланым. Дөйөм ятаҡта егеттәр менән таныштыҡ, беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар/

Александр Дикий, студент

Беҙ әле Донецк университеты ректоры менән ике уҡыу йорто дипломы алып сығыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу курстарын асыу, 4-се курс студенттарының беҙҙә ойошторолған ғилми- ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен маҡсат итеп ҡуябыҙ. Бергә башҡараһы эштәр күп.

Сергей Новиков, Өфө дәүләт авация техник университеты ректоры
Фото №1 - Өфө дәүләт авиация техник университеты Донецк ҡалаһынан килгән 12 студентты ҡабул итте

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ