Өлгөлө ғаилә – халыҡ киләсәге

Баймаҡ районында биш һәм унанан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде. Демография күрһәткестәрен яҡшыртыуға тос өлөш индергән гүзәл зат вәкилдәре «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

Байыш ауылынан Елена менән Айбулат Дәүләтшиндар ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләй. Күптән көткән «Әсәлек даны» миҙалын Елена бәхетле ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй йөҙөндә ала. Дәүләтшиндар ике ейәнгә өләсәй менән ҡартатай ҙа.

Был юлы «Әсәлек даны» миҙалы райондан Елена Дәүләтшинанан тыш, Гөлсинә Әхмәтоваға, Гөлниса Бүләковаға, Рәзидә Назароваға һәм Миңниса Хәсәноваға тапшырылды. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың төп асылы – бала табыу, уны йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләү . Ә инде биш һәм унан күберәк бала үҫтереп ,милләт киләсәгенә ҙур өлөш индергән был гүзәл заттар барыһы ла был юғары наградаға лайыҡ.

Фото №1 - Өлгөлө ғаилә  – халыҡ киләсәге

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ