Химия булды, әммә беҙ ташлаштыҡ

«Химия булды, әммә беҙ ташлаштыҡ» тип аталған Бөтә Рәсәй проекты Башҡортостанда уңышлы эшләп килә. Уның төп маҡсаты – яман шеш диагнозы менән йәшәүселәргә ярҙам итеү, дауаланыусы, реабилитация үткән ҡатын-ҡыҙҙарға йәшәү көсө биреү.

Рәсәйҙә 4 миллион кеше онкология диагнозы менән йәшәй, уларҙың 80 проценты психологик ярҙамға мохтаж. Әммә йәмғиәттә был ауырыу тураһында асыҡ һөйләмәйҙәр. Яман сир тураһында ишеткәс, күптәр үҙ эсенә бикләнә, ҡатын ҡыҙҙар тышҡы матурлығын юғалтырға ҡурҡа, шуға күрә был сара уларға үҙ үҙҙәренә яңынан ышанырға ярҙам итә.

Проект сиктәрендә ҡатын ҡыҙҙар өсөн фотосессия ойошторолдо. Визажист, фотографтар үҙ ирке менән сарала ҡатнашырға теләк белдергән. 250 кешенең сир тарихы махсус сайтта яҙылған.

Фото №1 - Химия булды, әммә беҙ ташлаштыҡ

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ