Өфөлә «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмә-практикумы үтте

Өфөгә Борай районынан килгән уҡыусылар бөгөн «Кем булырға?» тигән мөһим һорауға яуап алды. Улар «Киләсәк лабораторияһы» тип аталған яңыртылған күргәҙмә-практикумында ҡатнашты. Мультимедиа технологияһы балаларҙы заман хеҙмәт баҙары менән таныштырҙы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова яҙмаһында

10-сы синыф уҡыусылары төркөмдәргә бүленеп, һорауҙарға яуап бирә. Яһалма интеллект уларҙың белемен тикшерә, әммә баһа ҡуймай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балаларға төрлө өлкә һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. 9 бүлмә уйын форматында мультимедиа технологиялары менән йыһазландырылған. Унда төрлө һөнәр тармаҡтары менән танышырға була.

«Киләсәккә билет» проекты 2019 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Күләмле сара уҡыусыларға белем кимәленә, булған һәләттәренә ҡарап һөнәр һайларға ярҙам итә. Яңы технологияларға таянып төҙ»ән уҡыу программаһы балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.

Быйыл республикала 3341 бала «Киләсәк лабораторияһы» яңыртылған күргәҙмә-практикумында ҡатнаша ала. Музейға инеү бушлай. Уҡыусылар шулай уҡ 58 колледж нигеҙендә һөнәри тикшереү үтеү мөмкинлегенә эйә.

Был проект практика рәүешендә һөнәрҙе үҙеңдә һынап ҡарау мөмкинлеге бирә. Ашнаҡсы, тәрбиәсе, тимерсе кеүек классик һөнәрҙәр менән бергә заманға ярашлылары ла бар. Мәҫәлән, БИ менеджер – биналарҙы һанлы проектлау буйынса белгес.

Кира Ғәләмова, «Киләсәккә билет» төбәк операторы проектының Башҡортостан буйынса һөнәр әҙерлеге үҙәге директоры

Күп һөнәрҙәр менән балалар музейға килгәс кенә таныша, уйлана, ҡыҙыҡһына башлай.

Быйыл проект үҙ мөмкинлектәрен киңәйтергә ҡарар иткән. Башҡортостандан 400 мөмкинлеге сикләнгән бала киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам аласаҡ. Проект дәүләт субисидия иҫәбендә, шуға күрә уҡыусыларға ярҙам буш буласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмә-практикумы үтте

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ