Ғәли йәнәптәре, һуған! Үҙенең иң әсе ,шифалы, илатҡыс һуғаны менән дан тотҡан Иглин районы йәшелсәгә арнап байрам ойошторҙо. Ике йыл рәттән уҙғарылған сара райондың Ҡалтыман ауыл биләмәһендә үтә. Тап ошо ауылда даны бөтә донъяға таралған һуғанды үҫтереүселәр йәшәй.
Иглин һуғаны тарихы үткән быуаттың утыҙынсы йылдарына барып тоташа. Тап ошо осорҙа районда йәшелсәлек менән шөғөлләнеүсе бригадалар барлыҡҡа килә. Ҡоролоҡҡа, яуым-төшөмлө һауа торошона ла бирешмәгән үҫемлек тиҙ арала мул уңыш бирә башлай. Һуған Советтар Союзынан тыш Кубаға ла оҙатыла.
Тәме буйынса иң-иңдәрҙән һаналған Иглин һуғаны хәҙер элекке кеүек ҙур күләмдә үҫтерелмәй. Әммә ауыл халҡы алдынғы хужалыҡтар, ата-бабаларҙан ҡалған данды ҡәҙерләп һаҡлай. Байрамда һуғанға бәйле уйындар, викториналар уҙғарылды. Иглиндар һуған ҡушылған йөҙҙәрсә төр ашамлыҡ әҙерләй.
Айнур Кәбиров







