Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, быйыл 9 айҙа шәхси йорт һәм фатирҙарҙа ут сығыуҙың 8 мең 662 осрағы теркәлгән. Көндәр һалҡынайтыу менән янғындар ҙа артыуы ихтимал. Шуға ҡотҡарыусылар айырыуса һаҡ булырға һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Айһылыу Шәйхисламова һөйләй.







