Асҡын районында булған ваҡиға тураһында беҙгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Фәрит Ғүмәров:
- Янғын иҫкәртеү приборының кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуы ҙур шатлыҡ. Асҡын районы Яубүләк ауылында 17 йәшлек егет уҡыуҙан һуңөйөнәҡайта. Бер ни тиклем ваҡыттан ул мини сирена тауышын ишетә. Стенала электр сымын ут ялмап алған була. Кухня төтөн менән тула. Үҫмер тиҙ арала электрҙы өҙә һәм утты һүндерә. Был йортҡа янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы 2020 йылда ҡуйыла. Ғаиләлә ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләнә. Ҡотҡарыусы булараҡ шуны ла әйтер инем, ғаиләлә ҡатмарлы хәлдәрҙә тиҙ арала мөһим ҡарар ҡабул итә белгән егет тәрбиәләгәндәр. Ул янғын сығырға торғанда етеҙлек күрһәткән, ҡурҡып ҡалмаған. Мини сирена иһә үҙ функцияһын үтәгән. Бала ла иҫән-һау, йорт-ҡура ла теүәл.
Был осраҡ өй һәм фатирҙарға мини-сирена ҡуйыу кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр күрһәтте. Приборҙың хаҡы ҡиммәт түгел, әммә ул үтә лә мөһим бурыс башҡара. Кеше именлеге һаҡында тора.







