Мөмкинлектәре сикләнгән балалар Ғафури халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын барып күрҙе

Сәфәр «Башҡортостан йөрәгенә сәйәхәт» инклюзив мәҙәни-танып белеү проектына ярашлы ойошторолдо. Унда 150 бала ҡатнашты.

Тирмәләрҙән торған комплекс райондың «Еҙем» милли паркына ингән Имәндәш ауылы янында урынлашҡан. Өфөнөң коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре башҡорт халҡының мәҙәниәте, ғөрөф ғәҙәттәре, тарихы, милли аш-һыуҙары менән танышты.

Шулай уҡ балалар туризм нескәлектәрен дә өйрәнде. Палатка ҡорҙо, арҡандар бәйләне, катамаранда йөҙҙө. Насар күреүселәр өсөн ойошторолған проект Башҡортостан башлығы гранты фонды еңеүсеһе.

Фото №1 - Мөмкинлектәре сикләнгән балалар Ғафури халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын барып күрҙе

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ