Благовещен район хәрби комиссариаты алдына йыйылыусылар мобилизацияға саҡырылыусы яҡындарын ошондай изге теләк менән оҙатты. Бөгөн ҡала һәм район резервистары Ҡазандағы уҡыу частарының береһенә юлланды. Ватан һағына баҫыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Финат Әхмәтшин – «Дуҫлыҡ» халыҡ йырҙары ансамбле солисы. Саҡырыу ҡағыҙын ҡулына алыу менән ул илебеҙҙе ҡаршы көстәрҙән аралаусылар сафына баҫты. Тамырҙары Благовещен районы Биштин ауылынан булған егетте тотош ауыл халҡы оҙатырға килгән.
Финаттың хәрби тәжрибәһе етерлек. Әлеге ваҡытта көс һәм таһыллыҡ алғы һыҙыҡта бик кәрәкле, ти, алыҫ юлға сығыусы.
Ил һағына баҫыу өсөн хәрби комиссариатҡа повестка көтөп тормай, 40 ир-егет үҙ теләге менән килгән. Улар араһында Илдар Хафизов та бар. Ул быға тиклем дә ҡыҙыу нөктәләрҙә булған.
Ил именлеге һәм тыныслығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡулында. Благовещен районынан 130 ир-уҙаман, 126 һалдат, 4 офицер нацизмға ҡаршы көрәшкә юллана.
«Тарихи һынылыштар осоронда йәшәйбеҙ, Ватаныбыҙ именлегенә хәүеф янағанда беҙ, Рәсәйлеләр, берләшеп, ҡара көстәргә ҡаршы торорға тейешбеҙ, һеҙҙе ҙур, көслө илегеҙ һәм ышаныслы тыл көтә», – тине мобилизацияланыусыларҙы тәбрикләп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Митингта хәрби хәрәкәт ветерандары, дин әһелдәре «Тан-Сулпан» мәсете имам-хатибы Рафиҡ Килмәтов һәм Благовещен ҡорамы Протейерейы Сергий Катаев сығыш яһаны. Улар ил именлеге өсөн алғы һыҙыҡҡа юлланыусы ир-егеттәргә Ватан алдында хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, ҡаһарман ата-бабалары рухына тап төшөрмәүҙәрен теләне.
Благовещен районы һәм ҡалаһынан мобилизацияға саҡырылыусыларҙы яҡындары, туғандары, һөйгән йәрҙәре оҙатты. Махсус операцияға юлланыусыларға барыһынан да бер теләк – дошманды еңеп, иҫән-һау тыуға ергә әйләнеп ҡайтһындар.
Гүзәл Борханова







