Өфөлә үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте

Сара сиктәрендә ҡеүәтле транспорт сараларының техник төҙөклөгө, норматив талаптар үтәлеше ҡаралды.

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр ҡарамағында мең ярымдан ашыу ҡеүәтле техника булыуы билдәле, матди-техник базаны нығытыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Кәңәшмә барышында ҡышҡы осорҙа юлдарҙы һәм ихата биләмәләрен хеҙмәтләндереү, кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә техникаларҙы йәлеп итеү тәртибе аңлатылды.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Өфөнөң Ленин районы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә ҡараған ҡеүәтле техника менән танышты. Быйыл республика ярҙамында биләмәләге юлдарҙы хеҙмәтләндереү, ҡар таҙартыу өсөн һигеҙ берәмек яңы техника һатып алынған. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Ҡышҡа әҙерлек юғары кимәлдә ойошторолған.

Фото №1 - Өфөлә үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ