Башҡорт дәүләт университеты федераль конкурста ике грант отҡан

«Университеттағы технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡорт дәүләт университеты ике грант отҡан. Юғары уҡыу йортонда студенттар стартаптарын үҫтереүгә тотороҡло мөхит булдырыу маҡсатында «Фән һәм инновациялар» проект офисы, компетенциялар үҙәге ойошторолған.

Тиҙҙән вуз стеналарында инновацион продукттар сығарыу буйынса конкурс үтәсәк. Проект өҫтөндә эшләгән студенттар командаларын аспиранттар йәки йәш ғалимдар етәкләргә тейеш. Башланғыстарҙы финанслау күләме 800 мең һумға тиклем етә.

Билдәле булыуынса, бөгөн университет студенттарының дүрт проценты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Киләһе йылдарҙа уларҙы биш тапҡырға арттырыу ҡарала. Һорау алыуҙар буйынса, йәштәрҙең 60 проценты бизнес буйынса яңы белем алғыһы килә.

Программа сиктәрендә университет эшҡыуарлыҡ буйынса хахатондар, мәғариф саралары, форсайт, воркшоп һәм төрлө конкурстар уҙғара. Быларҙың барыһы ла студенттар башланғыстарын технологик һәм социаль бизнесҡа йүнәлтергә ярҙам итәсәк. Әле юғары уҡыу йортонда махсус интернет-платформа булдырыла. Уның ярҙамында бер юлы кәмендә ун мең студент эшҡыуарлыҡ буйынса.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университеты федераль конкурста ике грант отҡан

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ