Хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ эшмәкәрлек

Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Әхмәҙулла Мырҙабаев төрлө транспорттың запас частары, деталдәренән яңы техника ҡора. Бер ниндәй һыҙмаһыҙ ғына вездеходтар эшләгән Кулибин менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Төрлө маркалы машина запас частарынан йыйылған яңы вездеход. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Әхмәҙулла Мырҙабаевтың сираттағы эше. Был транспорт сараһы сәғәтенә етмеш саҡрым тиҙлек йыя ала. Кабина ҡороп, ҡышҡылыҡҡа техник ҡеүәттәрен арттырырға ғына ҡалған.

Әхмәҙулла Мырҙабаев 43 йылға яҡын ауыл хужалығында механизатор булып эшләгән. Фиҙакәр хеҙмәте күп тапҡырҙар район һабантуйҙарында лайыҡлы билдәләнгән. Хаҡлы ялға сыҡҡан замандашыбыҙ әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Үҙе ҡорған техникаһын даими камиллаштыра.

Йүнсел бала сағынан уҡ техника менән ҡыҙыҡһынған. Ваҡытында сәғәт, телевизор, радиоларҙы һүтеп, бәләкәй деталдәрҙең нисек ҡуйылышын да өйрәнгән. Хәҙер ул Ишембай районында Кулибин булараҡ танылыу алған.

Әхмәҙулла Мырҙабаев тәүлек әйләнәһенә гаражда эшләргә риза. Ғаиләһе – төп терәге, бар башланғыстарын да ҡеүәтләп ҡаршы ала.

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, оҫта ҡулындағы тимер киҫәгенә йән кергәндәй була. Йөрәк йылыһын ҡушып, фантазияһын, бөтә уй-кисерештәрен егеп башҡарғанға күрәлер, ул һәр ваҡыт уңышҡа ирешә. Әхмәҙулла Мырҙабаев яратҡан шөғөлө ярҙамында ҡаты сирҙе лә еңеп сығыуын билдәләй, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә күнеккән.

Фото №1 - Хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ эшмәкәрлек

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ