Республика Хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар әҙерлек үҙәктәренә барып еткән һәм хәрби күнекмәләр башларға әҙер.
Күнекмәләр бер ай самаһы дауам итә. Мобилизацияланған ир-егеттәргә хәрби кейем бирелә. Доброволецтарҙың күбеһе үҙ кейемендә килә, ти Михаил Блажевич.
Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияға бәйле һорауҙарға Ситуация үҙәге белгестәре яуап бирә. Элемтә телефоны: 8(347)-219-18-18. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ чат-бот эшләй. Был ярҙамсы Республика менән идара итеү үҙәге һәм Хәрби комиссариат башланғысы менән “Телеграм” мессенджеры нигеҙендә булдырылған.







