Ул ошондай биләмәләрҙе булдырыу һәм уларҙың сиктәрен билдәләүҙе күҙ уңында тота. Закондың үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү ҡарала. “Геопарктарҙың экологик белем биреүҙә әһәмиәте ҙур, унда социаль һәм ауыл туризмын үҫтерергә була”, - ти парламент депутаты Руфина Шаһапова.
“Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә һәм элекке союздаш республикалар араһында тәүгеләрҙән булып халыҡ-ара танылыу алды. Ул ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә индерелде. Бөгөн был исемлектә 50-гә яҡын дәүләттең 169 биләмәһе урын алған. Республикала шулай уҡ “Торатау” геопаркы бар. Уны бөтә донъя исемелегенә индереү буйынса етди эш алып барыла.







