Республика менән идара итеү үҙәгендә шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Ситуация үҙәгенә 122 телефон номерына һәм өҫтәмә 1 һанын йыйып шылтыратырға кәрәк. Иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты бүлексәләрендә яңылыш мобилизацияға эләккәндәргә ярҙам итеү үҙәктәре булдырылды. Өфөлә ул Киров урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан. Телефоны: 8-347-273-55-44. Мөрәжәғәттәрҙе интернет аша ла ҡалдырырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә махсус төркөмдәр булдырылған.Өфө прокуратураһында ла “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Белгестәргә 8-347-276-46-84, йәки 8-965-923-38-79 телефонына шылтыратырға мөмкин. Телеграмм мессенджерында чат-бот асылды. Уны Республика менән идара итеү үҙәге һәм хәрби комиссариат булдырған. Чат-ботты Mobilizacia_Bash_Bot адресы буйынса табырға була.







