Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. - Егеттәр эшләй, хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәндәр. Беҙҙең хәрбиҙәр менән ғорурланабыҙ, - ти Радий Хәбиров. Достовалов исемендәге батальон хәрбиҙәре яҙыуынса, ял иткән ваҡыттарҙа милли аш һыу бешерергә тырышалар.







