Халыҡҡа “122 өҫтәмә 1” федераль һаны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ситуация үҙәгендә әйтеүҙәренсә, республика халҡының күпселеге өлөшләтә мобилизацияға кемдәр саҡырылыуы, уларҙың йәше, ҡайһы һөнәрҙәр буйынса саҡырыу барыуы тураһында һораша. Шулай уҡ бер нисә кеше мобилизацияланғандар өсөн кредит каникулы, эш урындары һаҡланамы-юҡмы икәнлеге хаҡында ҡыҙыҡһынған.
Операторҙар билдәләүенсә, һорауҙар шәхсән ҡарала, сөнки һәр кемдең хәле төрлөсә. Ҡатмарлыҡтар килеп сыҡҡан осраҡта хәрби комиссариат белгестәре ярҙам итә, әлеге ваҡытта улар ҙа Ситуация үҙәгендә эшләй. Һорауҙы ентекләп асыҡлау кәрәк булған ваҡытта, ул хәрби комиссариаттың эшсе төркөмөнә тапшырыла. Улар мөрәжәғәт итеүсе менән үҙҙәре бәйләнешкә сығып, айырым консультация бирә.
Халыҡтан шылтыратыуҙар элеккесә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә, Ситуация үҙәге тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ эшләй. Көнөгә 4 мең ярым самаһы шылтыратыу ҡабул ителә, шуның меңгә яҡыны мобилизация мәсьәләһе буйынса.
Рәмзиә Кәримова







