Башҡортостан спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан спорт майҙансығы

Благовещен ҡалаһында сафҡа ингән объектта ГТО нормативтары тапшырыла.

Йәш быуын сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһын, спортҡа ылығып үҫһен өсөн бында бөтә шарттар бар. Резина япмалы заманса спорт майҙансығы былтыр июндә асылғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса муниципаль рейтингта 18 баҫҡысҡа юғары күтәрелгән.

Благовещен ҡалаһында заманса спорт майҙансығы төҙөлөү үҫмерҙәр араһында ла ГТО нормативтарын тапшырыусылар һанын арттырыуға ла булышлыҡ иткән. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан спорт объектында еңел атлетика секцияһында шөғөлләнеүселәр күнекмәләр үтә һәм ҡала халҡы ла әүҙем ял итә ала.

Фото №1 - Башҡортостан спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан спорт майҙансығы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ