Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ирекле рәүештә махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Азат Шамил улының ҡарарын хупланым. Уның менән беҙ хеҙмәттәштәр генә түгел, фекерҙәштәр һәм рухташтар икәнебеҙҙе бер ҡасан да йәшермәнем. Ысын ир-егеттәр тап шундай аҙым эшләргә тейеш тип уйлайым», – тип белдергән республика етәксеһе.
Әйткәндәй ошо көндәрҙә күп кенә чиновниктар лайыҡлы ҡарар ҡабул итеп, Ватан һағына баҫа. Азат Бадрановтың ҡарарын республика йәмәғәтселеге лә хупланы.
Гөлдәриә Йосопова




