Иглин районында тантаналы шарттарҙа өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүсе яҡташтарыбыҙҙы оҙаттылар

Махсус хәрби операцияға саҡырылыусыларға хәйерле юл теләргә туғандары һәм дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Хәрбиҙәр сафына баҫыусыларҙың күптәре военкоматтан повестка килгәнен көтөп тә тормаған. Күптәренең хәрби тәжрибәһе бар.

Сик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Хәҙер тағы Ватан саҡырҙы. Кәйеф көр. Тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Мөхәмәт Насиров, мобилизацияға саҡырылыусы

Оҙатыу сараһында Иглин һәм Нуриман райондары хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡатнашты. Рәсми вәкилдәр хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә муниципалитеттар тейешле ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Фото №1 - Иглин районында тантаналы шарттарҙа өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүсе яҡташтарыбыҙҙы оҙаттылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ