Сарала «Минең документтарым» үҙәге аша дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе белгестәр йыйылды.
«Берҙәм тәҙрә» системаһы беҙҙең тормошҡа 2010 йылдарҙа үтеп инә башланы. Республиканың төрлө төбәктәрендә күп функциялы үҙәктәр асылды. Бөгөн иһә йәмғиәтте был системаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.
Бар документтар тап ошо үҙәк аша юллана, теркәлә. Йылдар менән бергә күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге лә камиллаша, документтар әйләнеше электрон форматҡа күсә, төрлө министрлыҡ-ведомстволар араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыла. Әле Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәре 77 бүлексәлә күрһәтелә, сират көтөү ваҡыты иһә 1 минут 48 секундҡа тиклем кәметелгән. Төбәк етәкселәре әйтеүенсә, был бигерәк тә йыраҡ райондар өсөн ҡулай, документтар артынан баш ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй.
Башҡортостанда халыҡтың 99 проценты «берҙәм тәҙрә» аша төрлө хеҙмәттәр ала. Былтыр иһә Республиканың күп фунциялы үҙәге күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәре буйынса 7 миллионлыҡ барьерҙы үткән. Шуға ҡарамаҫтан, әле төбәктә яңы пилот проекттары тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, «Дәүләт хеҙмәттәре» менән күп функциялы үҙәк үҙ-ара ныҡлы бәйләнеш урынлаштыра, электрон документтарҙы ҡағыҙға ла баҫтырып алырға мөмкин. Тағы ла бер пилот проект һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле, ул медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Рәмзиә Кәримова







