Өфө мәшғүлек үҙәгендә өлкән быуын граждандарҙың хеҙмәт һәм социаль әүҙемлегенә ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үтте.
Пенсия алды һәм пенсия йәшендәгеләргә профориентация, социаль адаптация буйынса бушлай консультациялар уҙғарылды, психологик ярҙам күрһәтелде.
Шулай уҡ үҙәктә транспорт һәм элемтә предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Хеҙмәт баҙарында башлыса водителдәр, механиктар, слесарҙәр, колл-үҙәк операторҙары һәм диспетчерҙар талап ителә. Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре эш эҙләүселәр менән осрашып, резюмеларын ҡараны, әңгәмә үтеүгә йүнәлтмәләр тапшырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина







