Рәсәй киңлектәре буйлап кроссоверҙа

Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһынан атосәйәхәтсе Игорь Савостьянов 12 мең саҡрым юл үтеп, Өфөгә туҡталды. Республикабыҙҙа ул бер көн урынына өс көнгә туҡталған. Автомобилен сәфәр өсөн уңайлы итеп ҡулайлаштырған оҫта менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Бер нисә төймәгә баҫыуы була – раковина һәм кран менән өҫтәл әҙер була. Крандан эсергә яраҡлы таҙа һыу килә. Резевуарҙарҙа һыу запасы хатта бер-нисә тапҡыр ҡулланырға ла етә. Ә модулле блокта-баллонлы камфоркалы газ плитәһе. Теләгән ризығыңды тиҙ арала бешерергә мөмкин.

Минең автомобилдә дүрт йүнәлештә уңайлыҡтар ҡаралған: ике кешелек йоҡо урыны, йылы һыу, аш бешереү өсөн уңайлыҡ, һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы бар. Үҙемдең арттан бер сүп тә ҡалдырмайым. Уларҙы махсус тоҡсайҙарға йыям.

Игорь Савостьянов, автосәйәхәтсе

Еңел автомобилендә йылы һыу менән ҡулланыр өсөн газ колонкаһы ла бар. Ул автомобилдең ишектәре өҫтөнә эленә, шланг газ баллонына тоташтырыла, лейканы ҡорғас душ инергә мөмкин. Ә был арала ваҡ-төйәк кейемдәр йыйыу өсөн кер йыуыу машинаһы ҡорола.

Эшҡыуар уларҙы үҙенең проекты буйынса 4 ай дауамында ҡорған. Дрон, камера хаҡын индереп автомобилен сәйәхәт итеү өсөн уңайлы йортҡа әйләндереүгә 400 мең һум күләмендә матди сығымдар һалған. Һәм бер ҙә юҡҡа түгел.

Автосәйәхәтсе Таулы Алтайҙа булып, Байкал менән танышҡан, һуңынан Саяно-Шушенское гидроэлектр станцияһын барып күргән... Ҡайтҡанда Красноярский аша үтеп, Көньяҡ Урал менән дә танышырға теләгән. Быға тиклем Сахалин, Камчатка, Карелияға ла сәйәхәт менән барған булған. Өфөлә өс көнгә туҡталып, театрҙар һәм тарихи урындар менән танышҡан. Башҡортостан халҡын һәм тәбиғәтен оҡшатҡан.

Фото №1 - Рәсәй киңлектәре буйлап кроссоверҙа

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ