Уларҙың яртыһынан күберәге хеҙмәт урынын тапҡан. Юридик компаниялар, эшҡыуарҙар инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүгә субсидияға дәғүә итә. Баш ҡалалағы ҡунаҡханаларҙың береһе квотаға ярашлы, ике хеҙмәткәрҙең эш урынын ойоштороуға яҡынса 160 мең һум финанс ярҙам алған.
Оксана Харисованың ҡунаҡханаға эшкә төшөүенә ни бары бер аҙна. Өсөнсө төркөм инвалиды мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Хәҙер ул еңеләйтелгән график буйынса бүлмәләрҙә тәртип булдыра. Мебель өҫтөндәге туҙанды һөртә, сүп-сар ташлай, балаҫты йыуыусы пылесос менән үтә.
Махсус техника тап мөмкинлектәре сикләнгән хеҙмәткәргә уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу маҡсаты менән һатып алынған. Быға тиклем Оксана оҙаҡ ваҡыт мебель компанияһында эшләгән, әммә аварияға эләккәндән һуң, яратҡан эш урынын ҡалдырырға мәжбүр була.
Өфөләге ҡунаҡханаға быйыл мөмкинлектәре сикләнгән өс кеше эшкә урынлашҡан, уларҙың икәүһе мәшғүл булмаған инвалидтарҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү программаһы буйынса ҡабул ителгән. Гүзәл заттар бина эсендәге таҙалыҡ өсөн яуаплы булһа, Владислав Поскряков учреждение биләмәһен тәртиптә тота.
Инсульт үткәргән ир ыңғырашып ҡына һөйләшә. Быға тиклем водитель булып эшләгән. Яңы хеҙмәт урынынан ҡәнәғәт, эш хаҡы ваҡытында түләнеүен билдәләй. Әйткәндәй, компания икенсе һәм өсөнсө төркөм инвалидтарына хеҙмәт урынын ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан яҡынса 160 мең һумлыҡ субсидия алған.
Мәшғүл булмаған инвалидтарҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү программаһы Башҡортостанда 2010 йылдан алып тормошҡа ашырыла, ошо ваҡыт эсендә ярты меңгә яҡын инвалид эшкә урынлашып, социаль адаптация үтә башлаған.
Гөлназ Хәйбуллина







