Хәрбиҙәргә - “Йөрәк йылыһы”. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге ойошторған акция дауам итә. Уның барышында Украинала хәрби операцияла булған һалдаттарға йылы ойоҡ һәм бирсәткәләр йыйыла. “Бөтә район һәм ҡалаларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ”, - ти берлек рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Адресты ҡабатлайбыҙ. Йөн бейәләй һәм ойоҡтар Өфөлә Революция урамы, 43-се йортта ҡабул ителә. Акция октябрь аҙағында тамамлана.







