Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияға бәйле ҡораллы көстәргә алыныусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәктәре эшләй. Хәрбиҙәрҙең эш урындары һаҡлана. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдерҙе.
Ярҙам күрһәтеүсе ойошма-учреждениелар эше тураһында тулы мәғлүмәт менән министрлыҡ сайтында танышырға мөмкин.







