Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына ҡушылды

Был туралағы документтарға Владимир Путин һәм илдең яңы субъекттары башлыҡтары ҡул ҡуйҙы. Был төбәктәрҙә йәшәүселәр был хоҡуҡты референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы.

Тарихи ваҡиға алдынан Рәсәй Президенты халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, ватандаштарыбыҙ – берҙәм халҡыбыҙҙың туғандаш өлөшө. Ысын хужалар битлектәрен ташланы.

Көнбайыш үҙенең яуыз ниәте менән барыһы ла уға буйһонорға тейеш тигән ҡарар ҡабул итте. Ул беҙҙең дәүләтте емерергә уйлай. Уға бөйөк ил тынғы бирмәй, тине Владимир Путин. Ул шулай уҡ хәрби бәрелештәрҙе туҡтатыу өсөн Киевты һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырҙы.

Сарала Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров был көндө оҙайлы 8 йыл буйына көтөлгән ваҡиға тип атаны. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә йәшәүселәр Рәсәй составына инергә ҡарар итте. Йонсоған һәм арыған кешеләр яҡын туғандары менән бергә йәшәү өсөн күпме көрәштеләр. Һәм был улар һәм беҙҙең ил өсөн тарихи ҡарар, тине республика етәксеһе.

Фото №1 - Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына ҡушылды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ