Бөгөн Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына ҡушылды.
Был туралағы документтарға Владимир Путин һәм илдең яңы субъекттары башлыҡтары ҡул ҡуйҙы. Төбәктәрҙә йәшәүселәр был хоҡуҡты референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы. Тарихи ваҡиға алдынан Рәсәй Президенты халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, ватандаштарыбыҙ – берҙәм халҡыбыҙҙың бер киҫәге. Ысын хужалар битлектәрен ташланы. Көнбайыш үҙенең яуыз ниәте менән барыһы ла уға буйһонорға тейеш тигән ҡарар ҡабул итте. Ул беҙҙең дәүләтте емерергә уйлай. Уға бөйөк ил тынғы бирмәй, тине Владимир Путин. Рәсәй Президенты шулай уҡ яңы субъекттарҙың именлеген һаҡларға, инфраструктураһын тергеҙергә вәғәҙә биреп, хәрби бәрелештәрҙе туҡтатыу өсөн Киевты кисекмәҫтән һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырҙы.
Кремль һарайының Георгиевский залында уҙған сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, бөгөн тарихи ғәҙеллек тантана итте. Сөнки был төбәктәрҙә йәшәүселәр 2014 йылдан алып Рәсәй составына инеү өсөн көрәште, тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан 2014 йылдан алып Донбасс менән хеҙмәттәшлек итә. Айырыуса Луганск халыҡ республикаһы иғтибар үҙәгендә. Сирлеләргә ярҙам итеү булһынмы, емерелгән объекттарҙы тергеҙеү һәм башҡа эштәрҙә Башҡортостандың ярҙамы ҙур, тине Радий Хәбиров.




