Илһөйәрлек менән һуғарылған сара егерме меңдән ашыу кешене бер майҙанға йыйҙы. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә ойошторолған референдум һөҙөмтәләре буйынса күпселек тауыш менән берләшеү юлы һайланғайны. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә тарихи ваҡиғаға теләктәшлек белдерҙе.
«Үҙ йортҡа рәхим итегеҙ» тип исемләнгән митинг-концерт Рәсәй гимны менән асылды. Тотош ил өсөн тарихи ваҡиға – Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре берҙәм тауыш менән көслө дәүләт ҡанаты аҫтына ҡабул ителде.
Азат ителгән биләмәләрҙә тауыш биреү һөҙөмтәләре оҡшаш – урындағы халыҡ Рәсәй менән бергә үҫеш юлын һайланы. Барлыҡ референдумдар ҙа халыҡ-ара хоҡуҡи нормаларға ярашлы уҙғарылды.
Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында ойошторолған патриотик сара республика район-ҡалаларынан егерме меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Митинг-концертҡа килеүселәрҙең ҡулдарында – Еңеү яҙын сағылдырыусы Георгий таҫмалары, байраҡтар һәм флагтар.
Һигеҙ йыл ярым элек Ҡырым менән Севастополдә йәшәүселәр референдум үткәреп, Рәсәйгә ҡушылыу юлын һайлаһа, быйыл был исемлек тағы ла дүрт төбәк менән тулыланды.
Митинг-концертта ҡатнашыусылар Рәсәй картаһында барлыҡҡа килгән яңы биләмәләрҙе ҡеүәтләп, берҙәмлектә көс булыуын дәлилләне. Һәр кемдең йөрәгендә Ватанға, уның бойондороҡһоҙлоғона, яҡты киләсәгенә ҡарата ышаныс артты.
Гөлназ Хәйбуллина







