Украина армияһының бронетранспортерын алып ҡасҡан Фәнис Хөсәйенов йәнә хәрби операцияға юлланды

Ҡаһарман яҡташыбыҙ тыуған яғы Тәтешле районында ун көнлөк ялда булды. Хәҙер инде уны тотош район халҡы герой булараҡ оҙатты. Яңы Ҡайпан ауылы егете яраланған яҡташын һәм генералды ут эсенән алып сыға. Ҡурҡыу белмәҫ Фәнисте хәрби операцияға БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты.

Хәрби операцияға икенсе тапҡыр юлланыусы Фәнис Хөсәйенов яңы саҡырылыусыларҙан айырылып тора. 24 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, егеттең хәрби тәжрибәһе ҙур. Ә халыҡ өсөн ул бөтөнләй герой. Яҡташыбыҙ бәрелештәр мәлендә ете украин һалдатына ҡаршы сыға. Уларҙың икәүһен юҡ итә, береһен ҡулға ала. Ҡалғандары ҡасышып бөтә. Фәнис күп уйлап тормай «телде» Украина армияһы бронетранспортерына һалып хеҙмәттәштәре янына сыға.

Әммә Фәнистең ҡаһарманлыҡтары бының менән генә тамамланмай. Күп тә үтмәй яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән урынды украиндар Американың «Хаймарстары» менән утҡа тота. Бомбалар аҫтында уның яҡташы Азат Мөхдуллин да ҡала һәм контузиялана.

Азат Мөхдуллин бер айға яҡын госпиталдә ятып сыға. 57 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә йәнә үҙ теләге менән хәрби операцияға юллана. Фәнис кеүек яуҙаштар барҙа миңә хәҙер бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел, ти ул.

Әйткәндәй повестка алып хәрби хеҙмәткә юлланыусыларға үҙ теләге менән ҡушылыусылар ҙа күп. Борайҙан Владимир, мәҫәлән, күптән түгел генә бер туған ҡустыһын хәрби операцияла ҡатнашыуға оҙатҡан.

Борай районы мобилизацияға икенсе төркөм егеттәрҙе оҙатты. Митингҡа килеүселәр араһында быға тиклем киткән хәрбиҙәргә күстәнәстәр, кәрәк-яраҡтар тапшырыусылар ҙа бар ине.

Борай һәм Мишкә районы хәрби комиссариаты повестка алыусыларҙы урында уҡ тикшереү үткәрә. Йәғни әҙерлек үтеү урындарына хәрби саҡырылыш талаптарына тура килгән егеттәр генә оҙатыла. Был юлы Борайҙан 28 һәм Мишкә районынан 4 ир ил алдындағы бурысын үтәргә юлданды.

Фото №1 - Украина армияһының бронетранспортерын алып ҡасҡан Фәнис Хөсәйенов йәнә хәрби операцияға юлланды

Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ