Тантаналы шарттарҙа Дим һәм Өфө райондарынан 200-гә яҡын ир-егет махсус хәрби операцияға саҡырылды. Ватан именлеген һаҡлаған хәрбиҙәр сафына баҫыусыларҙы оҙатырға яҡындары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде.
Хәрбиҙәр сафына баҫыусылар араһында эшҡыуар Алмаз Зарипов та бар. Ул эшен ҡустыһы Азатҡа тапшырып, илебеҙҙе яҡларға юллана. Граната тоҫҡаусының хәрби хәрәкәттәрҙә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Шуға ла беҙ алғы һыҙыҡта кәрәклебеҙ. Имен-һау ҡайтҡас, яратҡан шөғөлөбөҙҙө тыныс шарттарҙа дауам итәсәкбеҙ, ти, эшҡыуар.
Илнур Мөҡсимов – запастағы офицер, хәрби һөнәре – мотоуҡсы. Ул Өфө районының Жуков ауылынан. 34 йәшлек лейтенант Рәсәйгә ҡаршы көстәр менән көрәшеп, илебеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын, тигән теләктә.
Оҙатыу сараһында Өфө һәм Дим райондары хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡатнашты. Рәсми власть вәкилдәре хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә муниципалитеттар тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.
Митингта мобилизацяланыусылар алдында Дим һәм Өфө райондары хәрби комиссары Илдар Яппаров сығыш яһаны. Ул илебеҙ һаҡсыларына берҙәмлек һәм рух ныҡлығы, ә дини конфессиялар вәкилдәре егеттәргә берҙәмлек һәм еңеүгә ышаныс теләне.
Хәрбиҙәрҙе оҙата килгән яҡындары, туғандары, дуҫтары, балалары, ҡатындары тик изге теләктәр, имен-һау, еңеү менән тыуған ергә әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә.
Өфө һәм Дим райондарынан 200-гә яҡын мобилизацияланыусы хәрби уҡыуҙар үтеү өсөн Һарытауға ҡуҙғалды. Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә теләүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, улар араһында үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланыусылыр ҙа бар. Рухлы ир-егеттәрҙең һәр береһендә берҙән-бер теләк: дошманды еңеп, имен-һау ғаиләләре янына ҡайтыу.







