Ике көн дауамында барған сара илдең төрлө төбәк белгестәрен йыйҙы. Бөгөнгөһө иң яҡшыларын билдәләүгә ҡайтып ҡалды. Исемлектә Башҡортостан дәүләт учреждениеһы ла бар. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хәйбулла районы ҡыҙы Нурания Зиннәтуллина күп фукнциялы үҙәктә 2015 йылдан эшләй. Дәүләт учреждениеһына ул вакансиялар йәрминкәһе аша эләгә. Ул ваҡытта система әле йәмғиәттә саҡ үҙләштерелә генә башлай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ эшкә тиҙ өйрәнә.
Күп функциялы үҙәк йылдам үҫешә. Быға закон, күрһәтмәләрҙең әленән-әле яңырып тороуы булышлыҡ итә. Шуға ла дәүләт учреждение хеҙмәткәрҙәре дүшәмбе һайын махсус уҡыуҙар үтеп, тест тапшыра. Белгестең Хөкүмәт ҡанундары нескәлегенә төшөнөүө халыҡҡа төплө яуап бирергә булышлыҡ итә. Өфөлә үткән форум иһә был өлкәлә эште тағы ла яйға һалырға булышлыҡ итә. Заман талаптарына ярашлы, яңы пилот проекттары һынала.
Ике көн дауамында барған форум киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы барлап ҡына ҡалманы, шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһауға ҡайтып ҡалды. Унда «Иң яҡшы төбәк күп функциялы үҙәктәр селтәре», белгес, проект кеүек номинацияларҙа еңеүселәр иғлан ителде. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре бар. Республикалағы күп фукнциялы үҙәк «Иң яҡшы төбәк селтәре» исеменә лайыҡ булды.
Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры
Башҡортостандағы күп фукнциялы үҙәктәр бар талаптарҙы ла теүәл үтәй, тип әйтергә мөмкин. Илдәге пилот проекттарҙың беҙҙә уңышлы тормошҡа ашырылыуы быға асыҡ миҫал. Эш киләсәктә лә тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Бындай саралар киләсәктә лә төплө үҫешергә этәргес бирә.
Башҡортостанда халыҡтың 99 проценты «берҙәм тәҙрә» аша төрлө хеҙмәттәр ала. Былтыр республиканың күп функциялы үҙәге күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәре буйынса 7 миллионлыҡ барьерҙы үткән. Әле лә төбәктә яңы пилот проекттары тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәре 77 бүлексәлә күрһәтелә, сират көтөү ваҡыты иһә 1 минут 48 секундҡа тиклем кәметелгән. Был бигерәк тә йыраҡ райондар өсөн ҡулай, документтар артынан баш ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй.
Азат Ғәлиуллин







