Унда баш ҡала мәктәп уҡыусылары менән студенттар көс һынашты. Сара сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, был тәңгәлдә тәртип булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Тулыраҡ, БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажында.
Юлда осраған ҡаршылыҡтар аша үтеү, сүп-сарҙы тоҡҡа төшөрөү, пластик шешәләрҙе йыйыу. ЭКО-эстафета булғас, һынауҙар ҙа шартына күрә төҙөлгән. Ун команда кемуҙарҙан еңеү өсөн көс һынашты. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, егеттәр-ҡыҙҙар бирешмәне.
Сара Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторолған. Проектта республика мәктәптәре уҡыусылары, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ҡатнаша. Экоэстафета йәштәр араһында сүп-сарҙы дөрөҫ йыйыу, уны ҡабул итеү пункттарына тапшырыу, таҙалыҡҡа өндәүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Ярышта беренселеккә технология факультеты студенттары сыҡты. Икенсе урынды Өфөнөң 42-се лицейы уҡыусылары, өсөнсө урынды 16-сы лицей командаһыы яуланы.
Сара һуңында еңеүселәр билдәләнде, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.
Лилиә Мәҡсүтова




