Радий Хәбиров Башҡортостандан мобилизацияланғандар менән осрашты

Радий  Хәбиров  Башҡортостандан мобилизацияланғандар менән осрашты

Бөгөн  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  Һарытау  өлкәһендә  Башҡортостандан  мобилизация  буйынса  алынған хәрбиҙәр урынлашҡан  пунктта  булды.  Унда  беҙҙең республиканан  2 мең ярым кеше  әҙерлек  үтә. -  Бөгөн  мин һәм  коллегаларым  Башҡортостан егеттәре   булған  5 урынға  йүнәлдек.  Бөгөнгә  беҙҙең республиканан  7 мең ир-егет мобилизацияланған. - тине  Радий Хәбиров.  Республика  Башлығы  хәрбиҙәрҙең  көнкүреше  менән танышты уларҙың һорауҙарына  яуап бирҙе. "Күп мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә  тура  килә.  Һеҙҙең бөтә теләктәр иҫәпкә  алына.  - Ғаиләләрегеҙгә  килгәндә  береһе  лә  ауыр хәлдә  ҡалмаясаҡ, һәр бер проблема шәхсән ҡарала.  Барыһы менән ярҙам  итәсәкбеҙ", тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Радий  Хәбиров  Башҡортостандан мобилизацияланғандар менән осрашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ