Шишмә районында махсус операцияла һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ағастар ултыртылды

Рәсәй геройҙары Максим Серафимов, Игорь Нәсибуллин, Тамерлан Илһамовты иҫкә алырға туғандары, хеҙмәттәштәре, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре килде. Сарала БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Владимир Серафимов шыршы үҫентеһенә һаҡ ҡына һыу һибә. Ылыҫлы ағас хәҙер уның улының исемен йөрөтәсәк. Атай кешегә ағасты ултыртырға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ярҙам итте. Максим Серафимов – йәш офицер, махсус хәрби операцияла дуҫтырын ҡотҡарыу өсөн гранатаны күкрәге менән ҡаплаған.

Һәр ир егет ағас ултыртырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улым өсөн үҙемә ултыртырға тура килә. Ағас – ул тормош, киләсәк, иҫтәлек. Рәхмәтлемен, бында хәҙер йышыраҡ килергә тырышырмын, дуҫтары ла, киләбеҙ, тиҙәр.

Владимир Серафимов, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы

Рәсәй Геройҙары Игорь Нәсибуллин һәм Тамерлан Илһамовтың яҡындары ла егеттәр иҫтәлегенә ағастар ултыртты. Тамерлан Илһамов күп балалы ғаиләлә иң өлкәне була, шуға күрә һәр эшкә яуаплы ҡарай ине, тип иҫләй уны әсәһе.

Ғорурланам улым менән, ул ысын патриот, герой. Оло улым, ейәнсәрем менән был паркка мотлаҡ киләсәкбеҙ.

Леонид Нәсибуллин, Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың атаһы

Һәр ағас алдында кем иҫтәлегенә ултыртылыуы тураһында мәғлүмәт бар. Тағы ла өс үҫенте Миниғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенлештәге 29-сы айырым отряд һалдаттары Олег Шурыгин, Илдус Имәнәев, Камил Сәйфуллин иҫтәлегенә ултыртылды.

Хәрби патриотик паркта барлығы 200ҙән ашыу шыршы, алмағас, груша, йүкә үҫентеләре ултыртылды. Уларҙы ултыртыуҙа мәктәп уҡыусылары – хәрби патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре,уларың етәкселәре ҡатнашты.

Рәсәй гимнын хәрби патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре тигеҙ баҫып тыңлай. Улар хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә тап төшөрмәҫкә вәғәҙә бирҙе.

Яңы аллея ултыртылған «Патриот» паркы хәҙер Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә.

Фото №1 - Шишмә районында махсус операцияла һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ағастар ултыртылды
Выборы 2026

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ